“Мәңгелек ут яна”
20 октябрь көнө, Район мәҙәниәт йортонда, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, “Мәңгелек ут яна” тип аталған әҙәби музыкаль кисә үтте.
Кисәбеҙҙең ҡунағы итеп күп популяр йырҙар авторы,Башҡортостан һәм Россия яҙыусылар берлеге ағзаһы,шағирә,прозаик,”Сәхипямал” татар ҡатын -ҡыҙҙар ойошмаһының актив ағзаһы,рәссәм,хажиә Дилә Булгакова һәм уның ижадташ дуҫтары саҡырылды.
Дилә Булгакова яҙыусы булараҡ халыҡ араһында ысын тормош эсендә формалашҡан шәхес.Уның китаптары ҡулдан-ҡулға йөрөп уҡыла,шиғырҙары ваҡытлы матбуғатта баҫыла,радио телевидение аша яңғырай.
Бөгөнгө көндә моңло йырҙар һәм шиғырҙар авторы менэн осрашыу,уны яҡындан күреп аралашыу,яғымлы тауышын ишетеү, беҙгә айырыуса бик ҡәҙерле булды.
Үҙ уҡыусыһын һәм тамашасыһын тапҡан,халҡыбыҙ күңелендә үҙенең шиғырҙары һәм йыр-моңдары менән күптән үҙ урынын алған яҙыусы Дилә апай Булгакова рәхмәт һүҙҙәре әйтеп һаубуллашты.