Яңы китаптар

«Ҡаһармандар юлы»\Хикәйәләр.
«Ҡаһармандар юлы» йыйынтыҡ фронтовик яҙыусыларҙың,
шулай уҡ атай-олатайҙарының аманатына тоғролоҡ һаҡлаған
ҡәләм оҫталарының 1812 йылғы Ватан һуғышынан махсус хәрби
операцияға тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотҡан,
яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡ өлгөләрен тасуирлаған әҫәрҙәрен үҙ
эсенә алған.
Китап Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы уңайынан баҫыла.

Янбаев Ш.Зәңгәр сатыр. Роман.
Роман яңы нефть ятҡылыҡтарын асыусы геофизиктәр тормошона арналған. Улар юлында тау-урмандар ғына түгел, ә кеше аңындағы иҫкелек ҡалдыҡтары ла осрай. Шуларға ҡаршы көрәштә йәш инженер-геофизик Сынтимер Байназаров һәм башҡа геройҙарҙың характере асыла. Әҫәрҙә бөгөнгө заман йәштәренең рухи донъяһы төрлө ваҡиғаларҙа киң һүрәтләнә.

Ҡотлогилдина З.Беҙ – һуғыш балалары Хәтирәләр,иҫтәлектәр,мәҡәләләр.
Күренекле журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина Бөйөк Еңеүҙең 65, 70, 75 йыллыҡтарына «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары һөйләй» тигән документаль публицистик йыйынтыҡтар сығарғайны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына «Беҙ – һуғыш балалары» тигән дүртенсе китап әҙерләнгән. Унда республикабыҙҙың 35 районынан, Төркмәнстанда, Татарстан, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән 115 кешенең хәтирәләре тупланған. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
