Окоп өсөн шәмдәр!

19.01.2024

Иҫке Исай ауыл китапханаһында махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға окоп шәмдәре лә әҙерләне ауылдаштар. Ағинәйҙәр, хаҡлы ялдағы апай-ағайҙар, ир-аттар, йәштәр, уҡыутыусылар — һәр кеме ярҙамға ашыҡты.

Яңы йыл байрамынан алда буш консерва банкыларын ташламай, йыйырға саҡырып пост яҙған ине китапханасы Айгөл Ғәйнуллина . Был постҡа бик күп кеше яуап бирҙе ,ҙур пакеттар менән дә, ҡумта-ҡумта итеп ауыл халҡы консерва банкалары ғына алып килмәне, шул уҡ мәлдә парафин алыр өсөн күп кенә аҡса ла йыйҙылар ауылдаштарым- ти китапханасы.

Тейешле һауыттар әҙер булғас, уларҙы парафин менән тултырғандар. Һөҙөмтәлә ике көн эсендә 130 шәм әҙерләгәндәр. «Был эште башҡарыу еңелдән булманы, әммә уны атҡарып сыҡтыҡ. Башҡаса булдыра алманыҡ. Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?» — ти улар. Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙе гуманитар йөк менән ебәрергә ниәтләй ауылдаштар!

Источник: https://vk.com/al_feed.php?w=wall579645364_1612