Башҡорт теле көнө

14.12.2022

Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителде. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел.

Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул.

Бына ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн, 14 декабрь көнө Нуриман район китапханаһында “Ак инәйҙәр” төркөмө менән берлектә “Башҡорт теле күңелем көҙгөһө” тип исемләнгән сара үтте.

Был сарала, ошо төркөмдө етәкләгән, Гөлсәсәк Нуриәхмәт ҡыҙы әҙерләгән, башҡорт теленең үҙенсәлектәре менән таныштыҡ, телдең көслө һәм юғалмаҫлыҡ тел икәнен төшөндөк, саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ уҡып ишеттергән шиғыр юлдарын тыңлап үттек һәм сарабыҙҙың аҙағында тел тураһында матур фекерҙәр тупланған мәҡәлдәр һәм әйтемдәр уҡып сарабыҙҙы тулыландырҙыҡ.

“Ак инәйҙәр” төркөмө әҙерләгән матур, моңло йырҙар менән дәрт өҫтәнек, башҡорт теле донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һаналғанын төшөндөк.

Бөйөк телебеҙҙе юғалтырға ярамай, уны һәр яҡлап өйрәнергә, байытып, ҡәҙерләп йәшәргә һәм үҙебеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә еткерергә онотмайыҡ тигән фекерҙәр менән сарабыҙҙы тамамланыҡ.