Бүләков Ф.Н. Торналарҙы офоҡ саҡыра: шиғырҙар
Бүләков Ф.Н.
Торналарҙы офоҡ саҡыра: [шиғырҙар]/Фәнил Бүләков.-Өфө: Китап,2018.-208 с.: портр.-16+
“Торналарҙы офоҡ саҡыра” поэтик йыйынтығы билдәле ғалим З.Әлибаевтың баш һүҙе менән асыла. …..
Күңел – тарпан, дала киңлегендә
Ирек эҙләп сапҡан аттарҙай.
Тояҡ тыпырлауы дарман бирә
Күңел һүнеп барған саҡтарҙа.
Уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙгә эске аңыбыҙҙа балҡыған, булмышыбыҙҙы билдәләгән милли асылыбыҙ көс бирә бит! Фәнил Бүләков бик күп шиғырҙарында бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ яҡтылығында быуындар күсәгилешлегенең ролен билдәләп үтә. Был поэтик фекер уның тәбиғәт лирикаһында ла, мөхәббәт темаһына арналған әҫәрҙәрендә лә, фәлсәфәүи шиғырҙарында ла ярылып ята.
Книга поступила в Байгильдинскую, Новокулевскую, Павловскую сельские модельные, Башшидинскую,Новосубаевскую, Старокулевскую, Староисаевскую сельские и центральную библиотеку