Бейеш Ә. тел хикмәттәре

19.02.2019

Бейеш Ә. Тел хикмәттәре/ Әкрәм Бәйеш.-Өфө: Китап,2016.-136 с.

Билдәле телсе-ғалим Әкрәм Бейештең «Тел хикмәттәре» китабы башҡорт телен ныҡлап өйрәнергә теләгән, ҡыҙыҡһынған, уны яратҡан һәм тел яҙмышын ҡайғыртҡан кешеләргә тәғәйенләнә. Баҫмала башҡорт теленең лексик һәм грамматик үҙенсәлектәре тикшерелә, грамматик хеҙмәттәрҙең, әҙәбиәт менән матбуғат теленең башҡорт тел ҡанундарын боҙған осраҡтары, даими төҫ алған хаталары күрһәтелә һәм башҡорт грамматикаһына ғилми аңлатма бирелә.

Китапта күплек, эйәлек төшөнсәләре, изафет, исем ҡылым, һүҙ яйы һәм һөйләм ҡоролошо кеүек грамматик категорияларға аңлатма биреү менән бергә, тел һәм милләт мәсьәләләренә ҡағылышлы фекерҙәр урын алған, дәүләт һәм халыҡ атамаларының дөрөҫ яҙылышы бирелгән. Әсбаптағы барлыҡ материалдар автор тарафынан матбуғат баҫмаларына күҙәтеү яһау һөҙөмтәһендә йыйылған миҫалдар менән нығытылған.